Был тема Республика парламентында түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Быйыл Башҡортостанда мототранспорт йөрөткән балалар ҡатнашлығында 48 авария булған. Уларҙа бер баланың ғүмере өҙөлгән, 50-гә яҡыны йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ электр самокаттар менән аварияға тарыған 14 балаға табиптар ярҙамы күрһәтелгән.