Башҡортостанда Ырымбур өлкәһе менән сик буйына тиклем юл ремонтлана

Аҡъяр һәм Новочеркасск  араһында төҙөкләндереү эштәре бара. Юлдың оҙонлоғо 14 километрға яҡын. Ул ҙур социаль әһәмиәткә эйә, ике төбәкте тоташтыра, тип хәбәр итәләр Республика юл хужалығы идаралығынан. Шулай уҡ Таналыҡ йылғаһы аша күпер капиталь ремонтлана. Эштәр билдәләнгән план буйынса бара.