Һәр береһендә алты вагон була. Ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, был электричкалар менән студенттар күпләп йөрөй. "Орлан" поездары Өфө-Күмертау-Ырымбур маршрутына сыға. Ял көндәрендә шулай уҡ Өфө-Белорет йүнәлешендә "Финист" поезында вагондар арттырылыуы тураһында хәбәр ителде.