Уларҙың береһе Өфөлә күп функциялы ҡунаҡхана-туристик комплексы төҙөлөшөнә ҡағылышлы. Бында әүҙем ял мөмкинлеге, бассейндар, тау саңғыһы һәм тюбинг трассалары була. Башланғысты ғәмәлгә ашырыу өсөн 10 миллиард һум кәрәк, 900 эш урыны булдырыла. Тағы бер проект буйынса Бөрйән районында "Шүлгәнташ" комплексы янында модулле ҡунаҡхана төҙөү тәҡдим ителә. Бының өсөн 80 миллион һум тотонола. Инвестиция проекттары өҫтөнлөклө статус алды, уларға һалым ташламалары буласаҡ.