"Рәсәй - спорт державаһы" форумы менән идара итеү үҙәге эшен дауам итә

Өфөлә "Рәсәй - спорт державаһы" форумы менән идара итеү үҙәгенә көн һайын 200-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул ителә. Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәшәү, транспорт йөрөшө, йыйында ҡатнашыу буйынса һорауҙар күп. 8-800-302-75-02 һандары булдырылған. Ил буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин. - Төп маҡсат  - форум ҡунаҡтары өсөн уңайлы шарттар булдырыу, - тине Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров. "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара  форумы Өфөлә 17-19 октябрҙә уҙғарыла.