Иглин районында 12 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Әбйәлилдә был сараға 100-гә яҡын кеше ҡушылды. Бында урман фондына 8 мең ҡарағай үҫентеһе өҫтәлде. Асҡын районында ла 11 мең төп ҡарағай ултыртылды. Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был акция 21 октябргә тиклем бара. Республикала 1 миллион ағас ултырыу маҡсаты ҡуйылған.