Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 119 подъезд тәртипкә килтерелде. Эштәр Өфөлә, Асҡын, Иглин, Стәрлебаш һәм Шишмә райондарында алып барылды. Программа 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Республикала 8 мең 200-ҙән ашыу подъезд төҙөкләндерелгән.