Башҡортостан башлығы гранттары фондына биш йыл тулды

Ошо ваҡыт эсендә ул коммерция булмаған ойошмаларҙың төрлө өлкәләрҙәге социаль әһәмиәтле башланғыстарына ярҙам күрһәтә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 2020-2024 йылдарҙа мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, кинематография, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте, республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә 830 проектҡа грант бүленгән. Был ваҡыт эсендә 20 конкурс үткәрелә, уларға 4 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителә.

Ярҙамдың дөйөм суммаһы 1 миллиард 300 миллион һумдан ашыу, сумманың 970 миллионы республика бюджеты, ҡалғаны - президент гранттары фондынан йәлеп ителгән. Беҙҙең коммерция булмаған ойошмалар төрлө йүнәлештәге кешеләргә реаль ярҙам күрһәтә. Ә беҙҙең бурыс - уларға яҡшы һәм шундай мөһим башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүҙе дауам итеү, тип яҙған Башҡортостан башлығы.