«Йола» глемпингы Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән конкурста еңеүсе тип табылды. Грант ярҙамында комплекс етәкселеге ял майҙансыҡтарын киңәйтеү, туристарҙы йөрөтөү өсөн квадроциклдар алырға әҙерләнә. «Йола» глемпингы Тәпәреш ауылы эргәһендә өс йыл элек асылды. Комплекс «Иҙиәтуллин» крәҫтиән-фермер хужалығы сиктәрендә эшләй. Комплекста 300 баш йылҡы, 200 баш һыйыр малы аҫрала, төрлө ризыҡтар етештерелә. Туристар өсөн хужалыҡта ял программаһы ойошторолған, йәшәү шарттары булдырылған.