Төрлө хеҙмәт ойошмалары, студенттар, уҡыусылар һәм махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙар ҡаланың үҙәк майҙанында миләш ағастары ултыртыуҙа ҡатнашты. Экологик өмәлё майҙанға баш ҡаланан алып ҡайтылған 29 төп 2-3 метрлыҡ үҫентеләр ултыртылды. Баймаҡтар «Йәшел Башҡортостан» акцияһына йыл да әүҙем ҡушыла. Һуңғы бер нисә йылда ғына ҡалала уртаҡ тырышлыҡ менән бер нисә аллея үҫеп сыҡҡан. Быйыл да тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, таҙартыу һәм күркәмләндереүгә арналған акцияны улар көтөп алған.