Өфөлә ғалимдар Арктиканы үҙләштереү мәсьәләләре тураһында фекер алышты

Донъяның билдәле ғалимдары Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында Арктиканы үҙләштереү мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Ҡунаҡтарға Өфө фән һәм технологиялар университеты хеҙмәткәрҙәре эшләгән поляр балҡыш һәм планетаның башҡа геофизик күренештәрен фаразлау мөмкинлеге биргән виртуаль модель күрһәтелде. Унда шулай уҡ Ер шарының төньяғын һәм төньяҡ боҙло океанды өйрәнеү буйынса мәсьәләләр ҡаралды.

Арктиканы өйрәнеү, төбәктә геофизик, сейсмик , климатик күренештәр ҙә юғары технологиялы һәм заманса фән менән оҙатылып барырға тейеш. Шуға күрә ойошндай фекер алышыуҙар, эшмәкәрлекте яңы алымдар,асыштар менән байытыу , тәжрибә бүлешеү мөһим.

Анатолий Соловьев, Рәсәй фәндәр академияһының геофизика үҙәге директоры