«17-19 октябрҙә яратҡан Башҡортостанымда, күркәм Өфөлә «Рәсәй - спорт дәүләте» халыҡ-ара спорт форумы үтә. Күләмле ваҡиға баш ҡаланың 450 йыллығы менән тап килеүе символик мәғәнәгә эйә».
Был турала билдәле спорт комментаторы Дмитрий Губерниев белдерҙе. Ул яҙҙырған видеояҙманы республиканың Спорт министрлығы үҙенең telegram-каналында урынлаштырған. Телевидение алып барыусыһы билдәләүенсә, Башҡортостанда спортҡа ҙур иғтибар йәлеп ителгән. Республика үҫешә, спорт объекттары төҙөлә.
Шуға ла Өфөлә көслө пленар дискуссиялар һәм спорт саралары уҙа. Барығыҙҙы ла мәҙәни, мәғариф, спорт программаларында әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Рәсәйҙе ысын мәғәнәһендә бөйөк спорт иле итәсәкбеҙ. Осрашҡанға тиклем! - тип әйткән Дмитрий Губерниев.