Рәүфә Рәхимоваға «Рәсәй Федерацияһы һәм уның граждандары мәнфәғәттәрен яҡлау, халыҡ-ара тыныслыҡты һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау маҡсатында илдең ҡораллы көстәрен ҡулланыуҙы дискредитациялауға йүнәлтелгән асыҡ ғәмәлдәр статьяһы буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш баш ҡаланың Киров район судында ҡаралды.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары, социаль селтәрҙәге бер-нисә мәҡәләһенә экспертиза үткәреү нигеҙендә медиаменеджер махсус хәрби операцияға кире ҡараш һәм республика халҡының үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ҡатнашыуҙан баш тартыуы буйынса позиция булдыра тигән һығымтаға килде. Публикациялар республиканың Федераль именлек хеҙмәте идаралығында асыҡланды, һуңынан Өфөнөң 9-сы полиция бүлеге административ протокол төҙөнө. Рәүфә Рәхимоваға 30 мең һум штраф тәғәйенләнде.