Өфөнөң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында «Минең Башҡортостаным» күргәҙмәһе асылды

Өфөнөң 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында бөгөн ҡул эштәре оҫталары Ләлә Камалетдинова менән Зөләйха Ырыҫҡолованың «Минең Башҡортостаным» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды.

Был оҫталарҙың ҡул эштәре тап ошо музейҙа ҡуйылыуы осраҡлы түгел. Ләлә Камалетдинованың ата-бабалары легендар кавалерия дивизияһы составында хеҙмәт иткән, ә Зөләйха Ырыҫҡолова был музейҙа ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән. Ләлә Мөтөғулла ҡыҙы һөнәре буйынса башланғыс кластар уҡытыусыһы 20 йылдан ашыу башҡорт милли кейемендәге сувенирҙар эшләү менән шөғөлләнә. Күргәҙмәгә гипстан, балсыҡтан яһалған алты тиҫтәгә яҡын ижад емешен ҡуйған. Бында данлыҡлы «Ете ҡыҙ» бейеүен башҡарыусы ҡыҙҙарҙы ла, ҡурайсы егеттәрҙең һындарын да күрергә мөмкин. Автор һуңғы ваҡытта башҡорт яугирҙарын һынландырыуға ла даими иғтибар бирә. Ижадҡа, матурлыҡҡа һөйөү бала саҡтан килә, ти бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған мәғариф ветераны.

Зөләйха Ырыҫҡолова ла ғүмере буйы математика уҡытыусыһы булып эшләгән. Ҡул эштәре менән бала саҡтан шөғөлләнә. Зөләйха Иһаш ҡыҙының әсәһе тирә -яҡҡа данлыҡлы оҫта була, үҙенең балаларында ла милли-мәҙәни хазиналарға һөйөү тәрбиәләй. Зөләйха Ырыҫҡолова быуындан-быуынға тапшырылып килгән селтәрҙе, ҡымыҙ, май бешә торған көбөнө оло ғорурлыҡ менән һаҡлай. Үҙҙәре йәшәгән Өфө эргәһендәге Жуков ауылында йорт музейын ойошторған. Автор күргәҙмәгә үҙенең ҡул эштәрен - миили кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе, көнкүреш әйберҙәрен ҡуйған. Ханым һәр әйберҙе күңелен һалып, боронғоса итеп эшләгән.