Бөгөн Өфөлә «Бейе һәм йырла, минең Рәсәйем» фестиваленең төбәк һайлау алыу этабы башланды. Ил кимәлендәге мәҙәни сарала ҡатнашырға республиканың 8 тиҫтәнән ашыу ижади коллективы дәғүә итә.
«Бейе һәм йырла, минең Рәсәйем» фестивале ил президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында етенсе тапҡыр ойошторола. Сара Рәсәйҙең милли йыр-бейеү сәнғәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, ил халыҡтарын берләштереүгә, рухи-әхлаҡи һәм патриотик рухты нығытыуға, йәш таланттарҙы асыҡлауға, башҡарыу мәҙәниәтен камиллаштырыуға, быуындар күсәгилешлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Башҡортостан абруйлы фестивалде тәүге тапҡыр ҡабул итә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүселәр күп. Еңеүселәрҙе күренекле сәхнә оҫталары ҡатнашлығындағы жюри баһалаясаҡ.