Һуңғы ике йылда Башҡортостанда туризм инфраструктураһын үҫтереүгә яҡынса 4 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Сумманың күп өлөшө туристар өсөн йәшәү урындары, шул иҫәптән глэмпингтар төҙөлөшө өсөн йүнәлтелгән.
Муниципалитеттарҙа 89 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, барлығы 800 урын булдырыла. Төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы экологик бизнес менән шөғөлләнеүселәр өсөн форум уҙғарып, тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәрен барланы. Дәүләт ярҙамы һәм эшҡыуарҙарҙың тырышлығы менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. 2020 йылда республикала тик 5 глэмпинг ҡына эшләһә, бөгөн уларҙың иҫәбе 102-гә еткән.
Форумда 85 эшҡыуар ҡатнашты, улар араһында республикала яңы ғына дәүләт ярҙамы алып, глэмпинг төҙөлөшөн башлаған эшҡыуарҙар ҙа, был йүнәлеш менән күптән шөғөлләнеүселәр ҙә булды.