Республика башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында Гүзәл Леонова тураһында яҙҙы. 30 йылдан ашыу Гүзәл Әхмәҙи ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Хеҙмәт юлын Өфөнөң 77-се мәктәбендә башлай, әле «Берҙәмлек» лицейында эшләй. Коллегалары Гүзәл Әхмәҙи ҡыҙы тураһында бик йылы фекерҙә. Ул йәш быуынға белем биреүҙән тыш, уҡыусыларға яуаплылыҡ, кешеләргә хөрмәт, балаларҙа матурлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тырыша. Һәм ул быға өлгәшә.
Гүзәл Леонованың уҡыусылары - Рәсәй һәм республика олимпиадаларының күп тапҡыр еңеүселәре һәм призерҙары. Уҡытыусы үҙе лә конкурстарҙа ҡатнаша. Гүзәл Әхмәҙи ҡыҙы - «Өфөнөң йыл уҡытыусыһы»-2014 конкурсының абсолют еңеүсеһе, «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаты. Ул Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Ә быйыл уға Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы исеме бирелде, тип яҙған Радий Хәбиров.