«Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы сиктәрендә Өфөнөң Булат Имашев урамына алмағастар, йүкәләр ултыртылды. Йәшелләндереү акцияһына өлкәндәр, балалар, ирекмәндәр йәлеп ителде. Шәмбе өмәһен ойоштороусылар «Йыл миҙгелдәре» тип аталған йәйге баҡса урындағы халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер тигән өмөттә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ҡола ялан урынында - йәйге баҡса. Кузнецов Затоны биҫтәһендә йәшәүселәр шәмбе өмәһендә күпләп ағас ултыртты. «Йәшел Башҡортостан акция»һы сиктәрендә Булат Имашев урамындағы майҙан муйыл, алмағас, йүкә, туя ағастары менән тулыланды.
Кузнецов затоны биҫтәһе Киров районында йылдам үҫешкән биләмәләрҙең береһе. Күп ҡатлы 33 йортта йәш ғаиләләр байтаҡ йәшәй. Яңы сафҡа индерелгән балалар баҡсаһы майҙанын йәшелләндереү тәҡдимен урындағы халыҡ та, хакимиәт ағзалары ла хуплап ҡабул иткән. 38 яңы ултыртылған ағас тирә-яҡҡа йәм өҫтәп ебәрҙе.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә уҙған аҙнала төбәктә дүрт меңдән ашыу ағас һәм меңәрләп ҡыуаҡ ултыртылды. Яңы үҫентеләр тематик парк һәм ял баҡсаларына нигеҙ һалырға булышлыҡ итте. Киләһе йылдарҙа был майҙансыҡтар йәшеллеккә күмелгән ял урындарына әйләнәсәк.
Флорида Ким