«Волк» ҡушматлы яугир пилотһыҙ осоу операторы булып хеҙмәт итә. Ул төндә дошман оборонаһының алғы сиген разведкалау ваҡытында «Баба-яга» тибындағы дронды күреп ҡала. Был осоу аппараттары башлыса шартлатҡыс хәрби припастар ташый, улар менән оборона позицияларын зарарлай. Был юлы ла ул «Башҡортостан» полкын тар-мар итергә йыйынған була. Яҡташыбыҙ дошман ҡоролмаһын юҡ итә, шул уҡ ваҡытта үҙенең коптерын да һаҡлап ҡала.