Шишмә районында «Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәргә» мемориал комплексы асылды

12-се айырым гвардия инженер бригадаһы урынлашҡан частә «Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәргә» тип исемләнгән мемориал комплекс асылды. Обелиск Бөйөк Ватан һуғышында, локаль бәрелештәрҙә һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрбиҙәр иҫтәлегенә арналған.

Скульптураны төҙөтөү Үҙәк хәрби округ етәкселеге башланғысы. Ниндәй генә ҡораллы конфликт, һуғыштар булмаһын, инженер ғәскәрҙәре һәр саҡ авангардта. Әле лә Хәрби частә хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең күбеһе махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙарға алға барыу өсөн юл аса. Шул уҡ ваҡытта үткәндәрҙе лә онотррға ярамай, ти подразделение етәкселеге. Сөнки бөгөн күрһәтелгән батырлыҡтар тап беҙҙең ата-олатайҙарҙан күсә килгән ҡаһарманлыҡ өлгөһө.

Бындай мемориалдар беҙҙең хәрбиҙәрҙең намыҫы һәм выжданы. Ул яуҙа һәләк булғандарға дан һәм киләсәк быуынға илһөйәрлек өлгөһө. Бындай скульптур ҡоролмалар һәр частә лә булырға тейеш. Башҡортостанда барлыҡҡа килгәне үҙәк хәрби округта тәүгеһе. Беҙ артабан геройҙарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса эште дауам итәсәкбеҙ.

Андрей Гандзюк, Үҙәк хәрби округтың инженер ғәскәрҙәре етәксеһе

Скульптур төркөм үҙәгендә мәрмәрҙән эшләнгән флаг. Уның алдында хәрби часть тарихына мәңгелеккә яҙылған Советтар Союзы геройҙарының бронза һындары. Чечен республикаһында террорға ҡаршы һуғышта һәләк булғандарға гранит таш урынлаштырылған һәм тирә яҡлап махсус хәрби операцияла башын һалған яугирҙарҙың 16 ҡәбер ташы ята. Мемориал комплексты асыу тантанаһына хәҙерге бәрелештәрҙә һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары ла саҡырылғайны. Надежда Николавена берҙән -бер улын иҫкә алырға Муром ҡалаһынан килгән.

Мин бер бөртөк улымды юғалттым. Ләкин был ғүмерҙең юҡҡа түгеллегенә иманым камил. Яугирҙарға барыһына ла иҫән -һау һәм еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйем. Бындай мемориал комплекстар бик кәрәк. Тәү сиратта тереләр өсөн. Улар тыныслыҡ һәм башҡалар өсөн ғүмерен биргәндәрҙе мәңге иҫләргә бурыслы.

Надежда Козлова, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир әсәһе