Аҡҡоштар ҡайтһын күлгә. Борай районында «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә Аҡҡош күле тәртипкә килтерелгән. Был урында йәшәүселәрҙең генә түгел, туристарҙың да яратҡан урыны. Тик һуңғы йылдарҙа биләмә ташландыҡ хәлдә була. Ундағы үҙгәрештәрҙе беҙҙең ижади төркөм дә барып күрҙе. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Гармунда уйнап, йыр йырлап Иҫке Таҙлар ауылы халҡы Аҡҡош күленә табан атлай. Был ваҡиғаны урында йәшәүселәр оҙаҡ көткән. Төҙөкләндереүҙән һуң биләмәне асыу - ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде.
Ләкин һәр саҡ барыһы ла яҡшы булмай. Биләмә тарихының аяныслы биттәре лә бар. Урында йәшәүселәр һөйләүенсә, элек бында Аҡҡоштар оя ҡорған. Исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Ләкин һунарсылар ҡоштарҙың береһен атҡандан һуң, улар был урындан күсеп китә. Күлдең йәме һәм матурлығы ла юғала. Биләмә сүп-сар менән тула, күл эргәһе һаҙлыҡҡа әйләнә башлай. Тәбиғәт объекты «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы тәртипкә килтерелә.
Биләмә сүп-сарҙан таҙартыла, күлгә тиклем һуҡмаҡ һалына, ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртыла,ике күпер төҙөлә, парковка булдырыла. Тирә-яҡта ике тиҫтәнән ашыу «йәнлек» һәм «ҡоштар» йәшенгән. Бәләкәй архитектура формаларын урындағы оҫта эшләп ултыртҡан.
Төҙөкләндерелгән Аҡҡош күленең матурлығы эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәрҙе йыйҙы. Биләмәне ҡарарға килеүселәр өсөн концерт номерҙары күрһәтелде, бергәләп сәй эсеү ойошторолдо. Кешеләр генә түгел, аҡҡоштар ҙа был урынды яратып йәнә оя ҡорор тип хыяллана урында йәшәүселәр.
Әлфинә Килдейәрова