Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Эвил ҡушаматлы яугир шулай ти. Ул Мәләүез районы Ергән ҡасабаһынан. 2022 йылдың октябренән алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. Бронежилетының кеҫәһендә улы ебәргән хатты йөрөтә. “Балам яҙған һүҙҙәр ауыр мәлдә күңелде йылыта, көс өҫтәй”, - ти Эвил.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспубликала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға түләүҙәр арттырыла. 1 миллион 205 мең һумға тағы ла 500 мең һум өҫтәлде. Бындай сумма Оборона министрлығы менән бер йылға йәки унан күберәк ваҡытҡа килешеү төҙөгәндәргә бирелә. Ҡораллы көстәргә 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр саҡырыла. 45 йәшкә тиклемге медицина белгесе булған ҡатын-ҡыҙҙар шулай уҡ килешеү төҙөй ала.