Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә хәрби табиптарға һәм хәрби-дауалау учреждениеларының алдынғы медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ҡатнашты. Хәрби госпиталдә эшләгән табиптар - Артур Әғлиуллин, Илһам Әхмәтшин, Филипп Ухов, Михаил Белов һәм Екатерина Павлова Генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. 50-гә яҡын медицина хеҙмәткәренә Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары бирелде.