Радий Хәбиров ВТБ банкы президенты - идара рәйесе Андрей Костин менән осрашты

Фекер алышыу барышында дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында социаль һәм юл инфраструктураһы проекттарын тормошҡа ашырыу, төбәктә урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Билдәле булыуынса, ВТБ банкы ҙур проекттарҙы финанслауҙа, атап әйткәндә, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөүҙә ҡатнаша. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ВТБ төркөмө менән эшләү тәжрибәһе артабанғы хеҙмәттәшлектең яҡшы мөмкинлектәре хаҡында һөйләй. Республика мөһим инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырғанда Өфөлә автомобиль юлдары һәм күперҙәр төҙөү буйынса үҙ-ара эш итеү менән ҡыҙыҡһына.

Андрей Костин үҙ сиратында инфраструктура - иҡтисад үҫешенең мөһим элементы булыуын, шуға ла Башҡортостан биләмәһендәге башҡа проекттар менән дә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров ВТБ банкы етәксеһенә Башҡортостан иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Халыҡтар Дуҫлығы» орденын тапшырҙы.