Йылы тиҙ арала йорттарға һәм социаль объекттарға ебәрелергә тейеш. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ураҡ кампанияһы йомғаҡтары, республикала медицина тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү һорауҙары ла ҡаралды. Ҡыҫҡа эш аҙнаһы менән бәйле Республика көнөнә әҙерлек мәсьәләләре лә тикшерелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларында йылытыу миҙгеле башланды. 47 муниципалитетта социаль объекттарға һәм йорттарға йылы ебәрелгән, ҡалған 16 муниципалитетта был эш бөгөн-иртәгә тамамланырға тейеш. Йылытыу миҙгелен башлауҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Иң күп дәғүәләр Әбйәлил, Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Федоровка һәм Хәйбулла райондарынан килгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етешеһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөү бурысын ҡуйҙы.
Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә иғтибарға алынды. Һуңғы биш йыл эсендә «Ауыл табибы» федераль программаһы буйынса 812 белгес дәүләт түләүҙәре менән файҙаланаған. Йәш быуынды бәләкәйҙән үк медицина һөнәрҙәренә әҙерләү өсөн төбәктә 25 мәктәптә профилле класстар ойошторолған, абитуриенттар маҡсатлы юллама буйынса юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә ала. Бынан тыш ауыл еренә эшкә ҡайтҡан аҡ халатлыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.
Баҫыуҙарҙа ураҡ кампанияһы быйыл ҡатмарлы шарттарҙа үтте. Башҡортостан Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, июль-августағы оҙайлы ямғырҙарҙан 450 мең гектар майҙан сәсеүлектәргә зыян килгән. Юғалтыу күләме 3 млрд һумға тиклем баһалана. Шулай ҙа аграрийҙар ураҡ миҙгелен эш тәртибендә тамамлай. Ауыл хужалығы эшсәндәре 3 млн тоннаға яҡын бойҙай йыйып алған, уртаса уңыш ҡеүәте гектарынан 27 центнер тәшкил итә. Баҫыуҙарҙа көнбағыш, рапс, етен урып-һуғыу, шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу дауам итә. Ураҡ кампанияһы тамамланғас киләһе йылға сәсеү миҙгеленә тупраҡты һәм орлоҡтарҙы әҙерләү эше ойоштороласаҡ.
Был аҙнала Башҡортостан халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. 11 октябярь йома Республика көнө билдәләнә. Кесаҙна, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Байрам уңайынан илһөйәрлек саралары үтә, юғары ҡунаҡтар килеүе, мәктәп уҡыусыларын шайморатовсылар сафына ҡабул итеү кеүек тантаналар көтөлә.
Флорида Ким