Бөгөн Өфөгә «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Көтөп алынған осрашыу «Өфө - арена» алдындағы майҙанда үтте. Әлбиттә, бында башлыса ватан һаҡсыларының туғандары һәм дуҫтары йыйылды. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтыу өсөн автобустар бүленгән. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе ике аҙна дауам иткән отпуск мәленә ҙур пландар ҡорған. Шулай ҙа төп маҡсат - ғаиләләренә күберәк ваҡыт бүлеү.