Өфөлә БПЛА операторҙары уҡытыла башланы

Заман һөнәре. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мультироторлы пилотһыҙ осоу аппараты белгесе һәм операторы» программаһы буйынса уҡыуҙар башланды. Унда Өфө вуздарынан йыйылған 50 кеше белем ала.

Программаны Аҡмулла университеты менән Башҡортостандың Фәнни-мәғариф үҙәгенең идарасы компанияһы тормошҡа ашыра. Уның маҡсаты - 30 килограмм һәм унан кәмерәк пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу буйынса белгес әҙерләү. Пилотһыҙ аппараттар бөгөн төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән фәндә, ауыл хужалығында, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ҡулланыла. Һәм, әлбиттә, был өлкәләр көндән-көн киңәйәсәк. Шуға күрә квадрокоптерҙар менән идара итә алырлыҡ белгестәр әҙерләү мөһим, тигән фекерҙә университет етәкселеге.

Программа сиктәрендә мультироторлы пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйыу, көйләү һәм файҙаланыу буйынса компетенциялар формалаша. Тыңлаусылар тәүҙә симуляторҙа, һуңынан асыҡ һауала осоу күнекмәләрен шымарта.

Был курс 1 октябрҙә старт алғайны һәм ул бер ай дауам итә. Бер аҙна эсендә һәр тыңлаусы пилотһыҙ осоу аппараттарын һауаға күтәрергә, әкренләп идара итергә өйрәнде - был ҙур уңыш. Төрлө типтағы квадрокоптерҙар бар. Әгәр автоматик рәүештә эшләүсе дрондар үҙҙәрен һауала тота алһа, беҙ идара итә белеүгә баҫым яһайбыҙ. Сөнки оператор төрлө штаттан тыш осраҡтарҙа юғалып ҡалмаҫҡа тейеш.

Азат Йосопов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институты директоры