Иглин районында «Ғаилә скверы» барлыҡҡа килде

Республикала яңы йәмәғәт биләмәһе барлыҡҡа килде. Ул «Ғаилә скверы» тип атала. Йәмәғәт биләмәһе Иглин районы Ҡалтыман ауылы халҡының «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында еңеү һөҙөмтәһе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Иглин районы Ҡалтыман ауылында хәҙер олоһон-кесеһен үҙенә тартып торған урын бар. Бында спорт ярыштары, халыҡ байрамдары һәм башҡа мәҙәни саралар уҙғарыласаҡ. «Айыҡ аыул-2024» конкурсы еңеүсеһе булған ауылға бүленгән 4 миллион һум аҡса «Ғаилә скверын» булдырыуға йүнәлтелгән.

«Ғаилә скверында» шахмат шашка, теннис уйнау өсөн өҫтәлдәр, тренажерҙар ҡуйылған, бәләкәстәргә уйын һәм спорт майҙансығы йыһазландырылған. Йәмәғәт киңлеге асылған көндә скверҙа халыҡ өсөн сағыу мәҙәни-спорт программаһы ойошторолдо. Балалар яңы тренажерҙарҙы һынап ҡараны, майҙансыҡтарҙа уйнаны.

Өлкән быуын вәкилдәре теннис уйнаны, ә үҫмерҙәр шахмат һәм шашка кеүек спорт уйындарына ҡушылды. Халыҡ яңы йәмәғәт киңлегендә ҡоролған палаткаларҙа төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашты.

Быйылғы конкурс күрһәтеүенсә,» Айыҡ ауыл «- ул сәмле ярыш ҡына түгел, ә өлгөлө ғаиләләр миҫалында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, алкоголдән һәм тәмәкенән баш тартыу. Был конкурста еңеүсе Ҡалтымандар ыңғай үҙгәрештәргә, ауылдарының яңы һулыш алыуына шат.

Гүзәл Борханова