Башҡортостанда бер төркөм яугирҙар кире хәрби хеҙмәт урынына юлланды

Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң, бер төркөм яугирҙар кире хәрби хеҙмәт урынына юлланды. Ғәҙәттәгесә, уларға Өфөнән Донбассҡа тиклем дәүләт тарафынан автобус бүленгәйне. «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанында үткән оҙатыу тантанаһында сығыш яһаусылар уларҙың иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләне. Үҙҙәре менән яугирҙар йылы әйбер, аҙыҡ-түлек. хәрби кәрәк-яраҡтар алған.

Отпускыға 4-се тапҡыр ҡайтам. Ялды туғандарым, яҡындарым менән үткәрергә тырыштым. Хәҙер йәнә яуға. Кәйеф көр, тыуған илде һаҡлау изге бурыс тип юлға сығабыҙ.

«Малыш» ҡушаматлы яугир