Өфө эшҡыуары Башҡортостан яугирҙарына «Нива» машиналары тапшырҙы

Салауат Кәлимуллин үҙ компанияһы аҡсаһына техниканы ремонтлаған һәм дрондан һаҡланыу өсөн броня менән ҡаплаған. Ошо маҡсатта ул хеҙмәттәштәре менән миллион һумға яҡын аҡса сарыф иткән. Машиналарҙы тәртипкә килтереү өсөн ай ярым тирәһе ваҡыт талап ителгән. Техника Донбассҡа гуманитар ылау менән оҙатыласаҡ.