Өфөлә Шаҡша күпере бер айға тулыһынса ябыла

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, сикләү 20 октябрҙән 21 ноябргә тиклем планлаштырыла. Халыҡҡа юлға сығыр алдынан маршрутты билдәләргә, иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Шаҡша күперендә  капиталь ремонт уҙған йылда  башланды, эштәр киләһе йылда тамамланырға тейеш.