Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты 100-гә яҡын иҫкәртеү яһаған. "Ҡара исемлек"кә Әбйәлил, Федоровка, Хәйбулла, Әлшәй һәм Стәрлетамаҡ райондары инә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова ошо турала белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрергә ҡушты. Ирина Голованова белдереүенсә, республикалағы 63 муниципалитетта йылытыу миҙгеле башланған. 47 район һәм ҡалала йорттарға йылы бирелгән, 16-һында был эш иртәгә тамамлана. Хакимиәт башлыҡтары мәсьәләне шәхси контролдә тоторға тейеш.