Башҡортостанда күркә итен етештереү арта

Мәләүездәге "Союзпромптица" компанияһы элеватор төҙөлөшө, ҡатнаш аҙыҡ заводын яңыртыу өсөн 8 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтә. Проекттар 2027 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла. Һөҙөмтәлә, күркә итен етештереү икеләтә артырға тейеш. Яңы эш урындары булдырыла. Әле бында 762 мең күркә үрсетелә. Продукция Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә һатыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров предприятиены киңәйтеү буйынса планды хупланы.