"Рәсәй - спорт державаһы" тигән йыйын киләһе аҙнала уҙғарыла. Бында Рәсәй Олимпия комитеты спортсылары комиссияһы ултырышы, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Иран һәм Әзербайжан спорт министрҙары осрашыуы, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған. Форум 17 октябрҙә асыла. Рәсәй спорт министры Михаил Дегтярев белдереүенсә,ҙур спорт сараһында ил президенты Владимир Путиндың ҡатнашыуы көтөлә.