Башҡортостанда инвалидтар өсөн социаль такси булдырыла

Бындай  хеҙмәт киләһе йылдан эш башларға тейеш. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау  министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова белдереүенсә, социаль такси инвалидтар өсөн бушлай була, финанслау республика ҡаҙнаһынан ҡарала. Бындай  машиналар инвалид балалар һәм  1-се төркөм инвалидтарға тәғәйенләнә. Социаль такси тәүҙә Өфөлә эшләй башлай, "Именлек" республика геронтология үҙәгендә урынлаша. Машинаны дауахана, вокзал, аэропорт, почта, күп функциялы үҙәккә барыу өсөн саҡыртырға мөмкин буласаҡ.