Яңыртылған биләмә менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Заманса проект буйынса төҙөкләндерелгән ихатала йәш үҫентеләр ултыртылған, яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр ҡуйылған, хәүефһеҙ балалар майҙансығы йыһазландырылған, асфальт, бордюрҙар яңыртылған. Биләмәне тәртипкә килтереү өсөн бюджеттан 15 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән. Йәйге баҡсаның дизайн авторы ошо уҡ ихатала йәшәүсе Анатлоий Кочкин. Ул күп йылдар дауамында ихатала төрлө ҡыуаҡ, сәскәләр үҫтереп , архитектур скульптуралар яһап биләмәне йәнләндерә. Шота Руставели 37-се йорт ихатаһы Рәсәй һәм республика конкурстары еңеүсеһе лә.
«Башҡорт ихаталары» республика программаһы буйынса быйыл Өфөлә күп фатирлы 33 йортто үҙ эсенә алған ихата тәртипкә килтереләсәк. Проект буйынса биләмәләрҙә асфальт ҡатламы яңыртыла, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына. Шулай уҡ ихатаны йәшелләндереү эштәре лә алып барыла. «Башҡорт ихаталары» программаһы төбәктә 2019 йылдан республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла. Ҡала халҡы яратып ҡабул иткән проект оҙаҡламай ауылдарҙа ла эшләй башлар тип күҙаллана.