Уҡытыусыларға юғары наградалар. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 20 мәғариф хеҙмәткәренә республиканың дәүләт наградаларын һәм 30 йәш педагогҡа 690 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Илдең киләсәген тәрбиәләгән, бар тормошон йәш быуынға белем биреүгә бағышлаған һөнәр эйәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты
Уҡытыусылар-Башҡортостандың алтын фонды. Тап ошо һөнәр эйәләре балаларҙың һәлләттәрен аса, үҫтерә, шәхес итеп формалаштыра, оло тормошҡа әҙерләй. Педагогтар хаҡында хәстәрлек, был эштең абруйын күтәреү дәүләт кимәлендәге мәсьәлә, тине Республика башлығы.
Бүләкләнеүселәрҙең һәр береһе тураһында айрым һөйләргә мөмкин. Берәүҙәренең уҡыусылары Рәсәй- республика кмәлендәге олимпиада-конкурстарҙа еңеү яулаға, икенселәре Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға биргән, өсөнсөләре фәнни асыштары менән ғорурлана. Әммә бөтәһен дә уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ, балаларға һөйөү берләштерә.
Ысынлап та, заман педагогтарҙан һөнәри оҫталыҡ ҡына түгел, туҡтауһыҙ камиллашыуҙы ла талап итә. Шуға күрә был системала уҡытыусы һөнәренә тоғролар ғына ҡала. Белем биреү бала саҡтан килгән хыялым, ти Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ Флүрә Ғүмәрова. Әле ул Бөрйән районында эшләй. Әйткәндәй, бүләкләү тантанаһында иң ҙур делегация Бөрйәндән -5 кеше.
Республика башлығы ауыл ерендә эшләгән 30 йәш уҡытыусыға аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Был кадрҙар проблемаһын хәл итеүҙең бер ысулы. Сөнки мәғариф системаһында педагогтарға ҡытлыҡ күҙәтелә.
Бүләкләү тантанаһынан һуң да уҡытыусылар таралырға ашыҡманы, Республика башлығы менән аралашыу, һөйләшеү дауам итте. Төп тема-мәғариф усаҡтарын төҙөкләндереү, төҙөү, эшмәкәрлекте камиллаштырыу.
Юғары күрһәткестәр артында заманса шарттар ята. Һуңғы ике йылда республикала 140 белем усағына капиталь ремонт үткәрелгән, киләһе йыл тағы ла 33 мәктәпте төҙөкләндереү көтә. Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә һалынған мәғариф учреждениеһы ла 2025 йылда сафҡа индерелә, ул Волга буйы федераль округындағы иң ҙур белем усағы.
Башҡортостандың мәғариф системаһында 70 меңгә яҡын педагог эшләй. Тап уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә илдең ныҡлы киләсәге, үҫеше, уңыш-ҡаҙаныштары бәйле. Кеше ниндәй генә юғары дәрәжәләргә өлгәшмәһен, уның нигеҙендә тыуған илгә,телгә, белемгә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусы хеҙмәте ята.
Рәмзиә Кәримова