Башҡортостанда 3 миллион тонна иген урып алынған

Был иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 95 проценты. Әле баҫыуҙарҙа көнбағыш һуғыла, шәкәр сөгөлдөрөнөң өстән ике өлөшөн ҡаҙып алынған. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә, июль һәм августта ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә республиканың бар райондарында ла ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан итергә мәжбүр булдыҡ, тип яҙған.

Әле һауа торошо тотороҡланған. Беҙҙең игенселәр гектарынан 21,7 центнер уңыш йыйып ала, күрһәткес былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ. Былар барыһы ла - аграрийҙарыбыҙҙың профессионаллеге һәм тырышлығы һөҙөмтәһе. Был эш өсөн рәхмәт. Һәм, әлбиттә, техника үҙ ролен уйнай. Биш йыл эсендә, 56 миллиард һумға 16 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, тип яҙған Башҡортостан башлығы.