Башҡортостанда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары асыҡланды

Башҡортостанда 2024 йыл өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура буйынса Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары асыҡланды. Республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, архитектура өлкәһендә абруйлы наградаға Өфө хосписын төҙөү проекты өсөн «Башкиргражданпроект» проект институты етәксеһе урынбаҫары - баш архитектор Роберт Александров һәм бүлек етәксеһе - комплекслы оҫтахананың архитектура төркөмө етәксеһе Марина Завиская, сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл төҙөгәне өсөн Салауат Щербаков, шулай уҡ «Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы анимация фильмын төшөргән өсөн «Муха» йәмғиәте етәксеһе Артур Абдрахманов, «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев, рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев лайыҡ булды.