Өфөлә Урмансылар исемендәге паркты төҙөкләндереү 65 процентҡа тамамланған

Биләмәлә эш барышы менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм баш ҡала хакимиәте вәкилдәренән торған күсмә комиссия танышты.

Быйылғы йәйҙең ямғырлы булыуына бәйле урмансылар паркын реконструкциялау оҙаҡҡа һуҙыла. Участкала ер эштәре күп. Әле подрядсылар көсәйтелгән режимда эшләй. Тротуар плиткаһы һалына, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлә. Төҙөүселәрҙең айырым ғорурлығы - балалар майҙансығы. Унда бөтә төп элементтар ҡуйылған да инде. Уларҙың барыһы ла ағастан эшләнгән. Был Урмансылар паркының дөйөм концепцияһына тап килә.

Реконструкциянан һуң парк яҡтыраҡ буласаҡ. Белгестәр өҫтәмә яҡтыртыу селтәрҙәре һуҙа. Пикник зонаһы ла танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Унда өҫтәлдәр һәм эскәмйәләр ҡуйылған, ә бына шешлек ҡыҙҙырыу урындары ҡаралмаған. Парк биләмәһендәге иң ҙур участкаларҙың береһе - спорт майҙансығы, унда һәр кемгә күңеленә яҡын шөғөл табырға мөмкин. Биләмәләге эштәрҙе әле үк урындағы халыҡ ҡына түгел, баш ҡала ҡунаҡтары ла баһалай ала.