Мәсетле районында Ризуан Хажиевтың 85 йәш тулыуына арналған хәтер кисәһе үтте

Ризуан Хажиевҡа 85 йәш. Башҡортостандың арҙаҡлы улының тыуған яғы Мәсетле районы Һөләймән ауылында хәтер кисәһе үтте.

Билдәле публицист, филология фәндәре кандидаты, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хурналистар премияһы лауреаты Ризуан Хажиев журналистикаға Баҡал ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡыған йылдарында килә. Әрме сафында хеҙмәт иткән осорҙа ла ул район һәм әрме гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Һуңынан Мәсетле районының «Коммунист» гәзите редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. Артабан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай, яуаплы вазифаларҙы биләй. Замандаштары уны үткер ҡәләмле, тос фекерле, эшһөйәр, талантлы журналист булараҡ хәтерләй..

Ризуан Хажиев бик күп публицистик әҫәрҙәр авторы. Журналист онотолған яҡташтарына- партизан отряды командиры Вафа Әхмәҙуллиндың; партия дәүләт эшмәкәре-Сабир Ваһаповтың; башҡорттарҙың беренсе архитекторы-Барый Кәлимуллиндың исемдәрен ҡайтара. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уның етәкселегендә район энциклопедияһы нәшер ителә, китаптары юғары уҡыу йорттарында, техникумдарҙа һәм мәктәптәрҙә уҡыу әсбаптары булараҡ ҡулланыла. Журналистар өсөн Башҡортостанда Ризуан Хажиев исемендәге йәмәғәт премияһы булдырылған.