Был дөйөм майҙандың 55 проценты. Благовар һәм Бүздәк райондарында татлы тамыр уңышы юғары булыуы билдәләнә. БЮТ ижади төркөмө урында эшләүсе Лентерра ойошмаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Уңайлы һауа шарттары ауыл хужалығы эштәрен уңышлы алып барыуға булышлыҡ итә. Аграрийҙар өсөн ҡояшлы һәм ҡоро көндәр айырыуса мөһим. Әлеге ваҡытта республиканың 19 районында, шул иҫәптән Бүздәк һәм Благовар райондарында ла шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу әүҙем бара. Быйыл Лентерра ойошмаһы был техник культураны 5 мең гектар майҙанда ултыртҡан. Урып-йыйыуҙы ваҡытында тамамлау өсөн эш бер көнгә лә туҡтамай.
Баҫыу эше менән бер рәттән ауыл хужалығы техникаһы ла тәртипкә килтерелә. Был комбайндар быйылға үҙ миҙгелен тамамлаған, әле улар «ҡышлауға» әҙерләнә.
Ойошмала башлыса йәштәр эшләй. Улар әйтеүенсә, төпкөл ауылдарҙа ла килемле һәм уңайлы эш табырға була. Өҫтәүенә, хужалыҡтар хәҙер заманса техника менән йыһазландырылған.
Әлеге авҡытта республикала 32 мең гектарға яҡын баҫыуҙа шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған, был дөйөм майҙандарҙың 55 процентын тәшкил итә. Был турала Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов оператив кәңәшмә барышында хәбәр иткәйне. Татлы тамырҙы эшкәртеү өсөн Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары тулы ҡеүәттә эшләй.
Әлфинә Килдейәрова