Үҙәк МТС- ының Шаран филиалы шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы тамамлай

Татлы тамырҙы 360 гектар майҙанда үҫтергән хужалыҡ эшсәндәре уңышты йыйыуға районда беренсе булып тотонған.

Баҫыуҙарҙа өс комбайн эшләй. Ямғырлы йәйҙә сөгөлдөр яҡшы үҫкән, уның шәкәр кимәле 22 процент, уңыш гектарынан уртаса 450 центнер тәшкил итә. Быйылғы уңыш Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтарына тапшырыла.

Шаран районында шәкәр сөгөлдөрөн шулай уҡ «Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Сергей Наумов һәм Рафаил Мусин крәҫтиән- фермер хужалыҡтары үҫтерә. Техник культура район буйынса 667 гектар майҙанда сәселгән.