Уҡытыусының исеме мәңгеләштерелде. Баҡалы районы Иҫке Ҡорос ауылы мәктәбендә БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Усманов Йәүҙәт Сабир улының тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Йәүҙәт Сабир улы методиканы яҡшы белгән тәжрибәле физика уҡытыусыһы. Ул бөтә педагогик эшмәкәрлеген тыуған мәктәбендә ауыл уҡыусыларына арнай. Балалар менән асыҡ дәрестәр уҙғара, район семинарҙарында, төрлө кимәлдәге профессиональ оҫталыҡ конкурстарында ҡатнаша. Йәүҙәт Сабир улы кластан тыш эштәрҙе лә төрләндерер булған: КВН, викториналар, уйындар, конкурстар, уҡыусыларҙың проекттарын яҡлау сараларын ойоштора . Балалар радиотехника түңәрәгендә лә әүҙем шөғөлләнә,мәктәптә радиотапшырыуҙар әҙерләй. Иң әүҙем уҡыусылар мәктәп яңылыҡтары менән радио аша таныштырыр булған.