Табип-педиатр, неоноталог Лена Мөхөтдинова махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылда алғы һыҙыҡҡа юллана. Был табиптың Луганск Халыҡ республикаһына сыҡҡан өсөнсө командировкаһы. Әле белгес Красный Луч дауаханаһында кескәй пациенттарҙы ҡабул итә. Шулай уҡ кис һәм ял көндәрендә пациенттарға амбулатор тикшеренеүҙәр үткәрә. Лена Мөхөтдинова намыҫлы һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеме, “Луганск Халыҡ республикаһының рәхмәтле халҡынан” почет билдәһе һәм Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.