Башҡортостанда 3 миллион тонна ашлыҡ йыйып алынған

 Был иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 95 проценты. Республика  Башлығы Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. “Хужалыҡтар көнбағыш йыйыуға төшкән һәм шәкәр сөгөлдөрөн майҙандарҙың 3-тән 2 өлөшөн ҡаҙып алған. Быйыл һауа торошо ҡатмарлы булды. Июль һәм августағы ямғырҙар арҡаһында 54 районда ғәҙәттән тыш хәл режимын иғлан иттек. Хәҙер хәл тотҡарланды. Беҙҙең игенселәр гектарынан 22 процент уңыш йыя. Был күрһәткестәр уҙған йылға ҡарағанда юғары. Ауыл хужалығы белгестәренең хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерәм”, тип билдәләгән Радий Хәбиров.