Благовещен ҡалаһы «Йылмайыу» балалар баҡсаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар-малайҙар өсөн өҫтәмә төркөм асылды. Районда иң боронғо һаналған балалар баҡсаһына 1927 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөн бында бөтә райондан 100-ҙән ашыу инвалид бала тәрбиәләнә. Тренажерҙарҙа мәктәпкәсә йәштәгеләр генә түгел, уҡыусылар ҙа шөғөлләнә. Улар менән пенсия йәшендәге ирекмәндәр эшләй. бының өсөн 14 белгес махсус уҡыуҙар үткән. Проект Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған һәм ул Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла.