Уҙған ял көндәрендә республика халҡы мутлашыусыларға 14 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Был хаҡта эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә 19 хәбәр килгән. Өфөлә йәшәүсе 41 йәшлек ҡатын өҫтәмә аҡса эшләү теләге менән мутлашыусылар хәйләһенә эләккән. Улар ҡатынды 3 миллион һум кредит алырға күндергән.

Туймазы районында иһә 25 йәшлек ир бәйләнеш операторы компанияһынан шылтыратыу ҡабул иткән һәм бәйләнеш хеҙмәттәре килешеүен оҙайтыу маҡсатында мутлашыусыларға смс-код ебәргән. Ошондай уҡ схема буйынса мутлашыусылар Ҡандра ауылынан 52 йәшлек ханымды ла алдап маташҡан. Әммә ауыл кешеһе үҙ исеменә кредит алыуҙарын аңлап, 990 мең һум күләмендәге сумманы һаҡлап ҡала һәм аферистар менән бәйләнеште өҙгән.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы полиция, банк йәки оператор компанияһы хеҙмәткәре исеменән шылтыратыу булһа, телефонды һүндерергә кәңәш итә. Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда ла һаҡ булырға, шикле һылтанмалар буйынса тикшерелмәгән сайттарға инеүҙән тыйылырға кәрәк.