Иң яҡшы «көмөш» ирекмәндәр Башҡортостанда йәшәй

Ханты-Манси ҡалаһында 8-се Бөтә Рәсәй «көмөш» ирекмәндәр форумы үтте. Сарала республика вәкилдәре лә ҡатнашты. Ирекмәнлек үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Ләлә Әбүбәкирова, Светлана Ермакова һәм Ильвира Анпилогова рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Беҙ бергә» халыҡ-ара премияһының иң яҡшы 15 амбассадоры исемлегенә инеүселәр ҙә бар. Башҡортостандың «көмөш» ирекмәндәре форум ҡатнашыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә үткәргән. Уларҙың береһе - яугирҙар өсөн доға һәм шифалы үләндәр менән бетеү эшләү буйынса. Иглин районы ирекмәндәре махсус хәрби операция башланыу менән һалдаттарға гуманитар ылау йыйыуға әүҙем ҡушылған.