Башҡортостанда тәүгә ойошторолған сарала илебеҙҙең суд системаһын үҫтереүҙең төп аспекттары ҡаралды. Хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын яҡшыртыуға, суд органдарының һөҙөмтәле һәм асыҡ эшен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән ҡануниәттә көнүҙәк үҙгәрештәр мәсьәләләре ҡаралды. Судья эше - дәүләткә, йәмғиәткә һәм граждандарға яуаплы хеҙмәт итеү. Был хеҙмәт юғары баһа һәм хөрмәткә лайыҡ, тине төбәк башлығы.
Йыйылышта Рәсәйҙә суд системаһын тотороҡло үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу юлдары барланды.
Федераль судтарҙың сайттарын модернизациялау, суд практикаһына заманса мәғлүмәт технологияларын индереү, бөтә власть һәм идара итеү органдарының берҙәм электрон мәғлүмәт базаһы платформаһын булдырыу мәсьәләләре күтәрелде.